Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2020, 14:25

“Һыуҙағы фажиғәләргә ҡаршы - бергәләп!”

Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров: “Һыуҙағы фажиғәләргә ҡаршы - бергәләп!”

Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров: “Һыуҙағы фажиғәләргә ҡаршы - бергәләп!”
Эҫе кѳндәр етеү менән республика һыу ятҡылыҡтарында һәм йылғаларында һыуға батыусылар һаны бермә-бер артты. Ошо кѳндәрҙә генә һыу инеп 6 кеше батып үлгән. Иң үкенеслеһе - 2 кѳн эсендә Бѳрѳ, Салауат һәм Ауырғазы райондарында 14-17 йәшлек 3 бала бәхетһеҙ осраҡҡа тарыған.
Оператив мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан тѳбәктең һыу объекттарында 73 фажиғә теркәлгән. Статистика күрһәтеүенсә, йѳҙѳнѳргә тѳшкәндәрҙең күбеһе кѳндѳң икенсе яртыһында - 14.00-21.00 сәғәттәр арауығында бәләгә ҡала.
Граждандарҙың һыуҙа батып үлеү сәбәптәре:
1) эскән килеш һыуға тѳшѳү;
2) һыу тѳшѳү ѳсѳн тәғәйенләнмәгән урында йѳҙѳнѳү;
3) балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
Таныш булмаған һәм тыйылған ерҙә һыу инмәгеҙ, зинһар! Унда кѳслѳ һыу аҫты ағымдары, ѳйрѳлмәктәр, лапылар, тәрән урындар, һыуыҡ сығанаҡтар булыуы ихтимал.
Иҫерек хәлдә йәки яңғыҙ йѳҙѳнмәгеҙ, ярҙан алыҫ китмәгеҙ, йылғаны йәки һыу ятҡылығын иңләп сығырға маташмағыҙ, үҙ кѳсѳгѳҙҙѳ һәм мѳмкинлегегеҙҙе артыҡ баһаламағыҙ.
Балаларҙы һыу объекттарына яңғыҙҙарын ебәрмәгеҙ, бергәләп яр буйында ял итһәгеҙ, уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Һыу инеү ѳсѳн тик махсус йыһазландырылған пляждарҙы ғына һайлағыҙ!
Һыуҙағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һыу ҡорбаны булғандарҙың яҡындарының әсе күҙ йәштәре менән һуғарылыуын онотмағыҙ!
Һыу объекттарында хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәгеҙ! Бүтәндәргә лә уларҙы боҙорға рѳхсәт итмәгеҙ!
Бары тик бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм балаларҙы фажиғәнән йолоп ҡалырбыҙ!
Читайте нас: