Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2020, 17:40

Башҡортостан бизнесҡа административ баҫым индексында позицияларын 27 пунктҡа яҡшыртты

Башҡортостан бизнесҡа административ баҫым индексында Рәсәй төбәктәре араһында 38-се урындан 11-гә күтәрелде.

Башҡортостан бизнесҡа административ баҫым индексында Рәсәй төбәктәре араһында 38-се урындан 11-гә күтәрелде.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында барған «Бизнесты яҡлау: G2B.Партнерлыҡ эволюцияһы» халыҡ-ара форумының пленар ултырышында сығыш яһап, бының тынысланыу өсөн сәбәп түгеллеген һәм артабан барырға кәрәклеген билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, республикала бизнес менән эш яңынан төркөмдәргә тупланды һәм идара итеү ҡарарҙары ҡабул ителде.
«Муниципалитеттарҙа аҙна һайын уҙғарылған «эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Бер йылда улар 2500-ҙән ашыу үткәрелде. Уларҙы хакимиәт башлығы уҙғара, сөнки уның ҡарар ҡабул итеү вәкәләте бар һәм ул процесҡа йәлеп ителергә, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлешен контролдә тоторға тейеш. Тағы бер тәжрибә – бизнес-шерифтар институтын индереү. Улар – муниципалитет башлыҡтары урынбаҫарҙары инвестициялар, бизнесты һәм эшҡыуарлыҡты яҡлау, ярҙам күрһәтеү менән генә шөғөлләнә. Улар эшлекле берләшмә менән кәңәшләшкәндән һуң тәғәйенләнә», — тип һөйләне Радий Хәбиров.
Башҡортостанда ошо ваҡыт эсендә иҡтисади һәм ойоштороу ҡоралдарын булдырыу өҫтөндә әүҙем эшләнеләр, хәҙер республикала биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе һәм махсус иҡтисади зона бар.
COVID – 19 пандемияһы ваҡытында Башҡортостанда дөйөм суммаһы 30 миллиард һумға бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары ҡабул ителде.
Читайте нас: