Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2020, 11:50

Счетчиктар бушлай ҡуйыласаҡ

Рәсәй халҡын электр энергияһын иҫәпләү приборҙарын һатып алыуҙан ҡотҡарҙылар, тип яҙа “Российская газета”. Был сара 5-20 мең һумды янда ҡалдырырға ярҙам итәсәк.

Рәсәй халҡын электр энергияһын иҫәпләү приборҙарын һатып алыуҙан ҡотҡарҙылар, тип яҙа “Российская газета”. Был сара 5-20 мең һумды янда ҡалдырырға ярҙам итәсәк.
Сығымдарҙы үҙ өҫтөнә селтәр компаниялары һәм поставщиктар ала. Шәхси һәм күп ҡатлы йорттарҙа ниндәй счетчик ҡуйыуҙы улар үҙҙәре хәл итәсәк. Уларҙы хеҙмәтләндереү һәм тикшереү ҙә халыҡ иңендә булмаясаҡ. Һәр кем үҙ биләмәһендәге приборҙарҙың һаҡланыуын ғына күҙәтәсәк. Яңылыҡ бары электр энергияһын иҫәпләү приборҙарына ҡағыла.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: gubtrk.ru
Читайте нас: