Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2020, 12:35

Тәүге өс йылда ун резидент менән килешеү төҙөү күҙаллана

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Алға” махсус иҡтисади зонаһына идара итеү вәкәләттәрен Башҡортостанға тапшырҙы.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Алға” махсус иҡтисади зонаһына идара итеү вәкәләттәрен Башҡортостанға тапшырҙы. Вәкәләттәрҙе федераль үҙәктән төбәк кимәленә тапшырыу махсус иҡтисади зоналарҙағы идарасы компанияларҙың эш һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ, Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Планлаштырылған иҡтисади зонаның дөйөм майҙаны – 470 гектар самаһы. 2029 йыл аҙағына унда 17 резидент урынлаша аласаҡ.
“Алға”махсус иҡтисади зонаһын ойоштороу инвестиция йәлеп итеү, яңы эш урындары булдырыу, халыҡтың миграция ағымын кәметеү, шулай уҡ ватан предприятиеларының экспорт ҡеүәтен арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Әлегә тиклем ете компания ошо биләмәлә үҙҙәренең инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға теләк белдергәйне. Инвесторҙарҙың береһе шәхси һаҡлыҡ саралары етештерергә ниәтләй. “Экология-21” фәнни-етештереү предприятиеһы иһә нефть сәнәғәте ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса предприятие асыуҙы планлаштыра.
“Алға” махсус иҡтисади зонаһы ойошторолғандан һуң тәүге өс йылда ун резидент менән килешеү төҙөү күҙаллана. Улар тарафынан 20 миллиард һумлыҡ инвестиция үҙләштерелергә тейеш. Инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә меңгә яҡын яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: economy.bashkortostan.ru
Читайте нас: