Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июль 2020, 11:45

Түләүһеҙ ярҙам күрһәтеләсәк

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов һәм төбәк бизнес-омбудсмены Флүр Әсәҙуллин Эшҡыуарҙар өсөн йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты.

Яңы офис бөтә республика эшҡыуарҙары өсөн аналитика һәм консультация үҙәге бурысын башҡарасаҡ. Эксперттар, юристар, адвокаттар, уңышлы эшҡыуарҙар түләүһеҙ нигеҙҙә йүнселдәргә ярҙам алыу, уларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау мәсьәләләрендә булышлыҡ итәсәк.
Республика Башлығы офисты ҡарап сыҡты, белгестәрҙең эш шарттары менән танышты.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: