Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2020, 14:20

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханының тәүге һөҙөмтәләре әҙер

Башҡортостандан 20 мәктәп тамамлаусы Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған.

Башҡортостандан 20 мәктәп тамамлаусы Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған.
Республиканың Мәғариф министрлығында тәүге һөҙөмтәләр иғлан ителде. Ведомствола билдәләүҙәренсә, география һәм әҙәбиәт буйынса имтихан һөҙөмтәләре уртаса балдың, юғары һәм йөҙ балға яҙылған эштәр һанының артыуын күрһәткән. Шулай итеп, республикала иң юғары балл алған уҡыусылар һаны 2019 йыл менән сағыштырғанда икәүгә күберәк.
3 июлдә 352 кеше географиянан һынау тотҡан, уларҙың етәүһе – 100 балл, 46-һы 81 һәм унан юғарыраҡ балл йыйған.
774 имтихан биреүсенән өс XI класс уҡыусыһы әҙәбиәттән юғары балға яҙған. 40 уҡыусы 81 һәм унан күберәк балл йыйған.
Башинформ. Фото: 2do2go.ru
Читайте нас: