Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2020, 14:30

Башҡортостанда - “Ростех” вәкилдәре

Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Олег Бочаров, “Ростех” дәүләт корпорацияһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Владимир Артяков, “Ростех”тың авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков, шулай уҡ авиация тармағындағы төп компаниялар – “Берләштерелгән авиация двигателдәре эшләү корпорацияһы”, “Рәсәй вертолеттары”, “Технодинамика” етәкселәре килде.

Өфө аэропортында уларҙы республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.
Делегация вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 95 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнаша. Бынан тыш, ҡунаҡтар ҡатнашлығында Өфөлә “Ростех” дәүләт корпорацияһы авиация кластерының һөнәри белем биреү үҙәге төҙөлөшөнә старт бирелә. Махсус Ведомство-ара комиссия ултырышында Башҡортостан менән “Ростех” араһындағы артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшереләсәк.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: