Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2020, 12:55

Балаларға СНИЛС юллау талап ителмәй

Ата-әсәләргә 2020 йылдың 15 июленән һуң тыуған балаларға СНИЛС юллау талап ителмәй, тип билдәләнеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

Ата-әсәләргә 2020 йылдың 15 июленән һуң тыуған балаларға СНИЛС юллау талап ителмәй, тип билдәләнеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
Рәсәй Пенсия фонды балаға СНИЛС-ты әсәнең Шәхси кабинетына ебәрә. Бындай сервис Дәүләт хеҙмәттәре порталында бойомға ашырыла.
«Рәсәй Пенсия фондының мәғлүмәт системаһында ЗАГС реестрынан бала тыуыу тураһында мәғлүмәт килгәс, автоматик рәүештә сабыйҙың шәхси иҫәп номеры рәсмиләштерелә һәм Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында әсәнең Шәхси кабинетына ебәрелә, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә. — Был сервисҡа Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгән ата-әсәләр инергә мөмкин. Электрон почта йәки SMS буйынса СНИЛС тураһында хәбәр алыу өсөн шәхси кабинетта тейешле көйләгесте һайларға кәрәк».
15 июлдә файҙаланыуға тапшырылған яңы сервис эшләй башлағандың тәүге көнөндә Дәүләт хеҙмәттәре порталында әсәләрҙең шәхси кабинетына тотош Рәсәй буйынса 5 300 баланың СНИЛС-ы тураһында мәғлүмәт ебәрелде.
Баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр өсөн СНИЛС юллауҙың элеккесә ғариза биреү тәртибе һаҡлана, сөнки кәрәкле мәғлүмәттәрҙе тәрбиәгә алыусылар үҙҙәре генә бирә ала.
Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында белергә мөмкин.
Башинформ. Фото: velikiynovgorod.bezformata.com
Читайте нас: