Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2020, 16:50

"Газ яғыулығына күсәйек!"

Башҡортостанда бензинда йөрөгән автомобилдәрҙе газға күсереү өсөн ташламалар буласаҡ тип хәбәр иткәйнек инде.

Башҡортостанда бензинда йөрөгән автомобилдәрҙе газға күсереү өсөн ташламалар буласаҡ тип хәбәр иткәйнек инде.
Әле был мәсьәләгә үҙ ҡарашын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров та белдерҙе. Ул был турала Фейсбуктағы сәхифәһендә яҙҙы.
“Әле Башҡортостанда ни бары 15 газ заправкаһы бар. Яңыраҡ ҡарар ҡабул иттек: уларҙың һанын тиҙ арала йөҙгә еткерергә кәрәк. Беҙ дәүләт һәм муниципаль транспортты газға күсереү буйынса төбәк программаһын яңынан ҡараныҡ һәм уны киңәйтергә ҡарар иттек.
Беренсенән, газ бензиндан арзаныраҡ. Шуға күрә был программа халыҡҡа һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле бер төрө буласаҡ. Таксистар, йөк ташыусылар, фермерҙар беҙҙә байтаҡ. Республикабыҙ ҙур, юлдар оҙон, яғыулыҡ күп сарыф ителә.
Транспорт сығымдарының ғаилә бюджетына нисек тәьҫир итеүе тураһында аңлатып тораһы ла түгел. Беҙҙә бит бензинға хаҡ артыу менән аҙыҡ-түлек тә, башҡа тауарҙар ҙа ҡиммәтләнә. Шуға күрә газға күсеү, иң кәмендә, хаҡтарҙы тоторға ярҙам итәсәк.
Бынан тыш, кешеләрҙең дә автомобилдәре бар һәм уларға ла яғыулыҡ кәрәк. Бөгөн киң матбуғат сараларында Рәсәйҙең Энергетика министрлығы фекере баҫылды. Ундағы иҫәпләүҙәр буйынса, газға күсеү һөҙөмтәһендә кешеләр йылына яғыулыҡҡа 100 меңдән 200 мең һумға тиклем экономиялай аласаҡ. Бөгөнгө ауыр ваҡытта бик шәп был.
Икенсенән, шуны ла онотмайыҡ, газ бензинға ҡарағанда экологик яҡтан да яҡшыраҡ. Әгәр беҙҙең ҡалаларҙа автомобилдән сыҡҡан газ кәмеһә, был бөтәһе өсөн дә яҡшы буласаҡ. Таҙа һауа – уңайлы тормоштоң мөһим өлөшө.
Беҙҙең газға күсеү программаһы быны теләгән һәр кемгә эшләү мөмкинлеге бирәсәк. Стимулдар, ташламалар, субсидиялар системаһы эшләнек. Бында улар тураһында яҙып тормайым, улар бик күп. Иң мөһиме шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: хөкүмәт һәр ваҡыт иҫке проблемаларҙы хәл итеүҙең яңы юлдарын эҙләй”, – тип яҙҙы ул.
Фото: интернеттан
Читайте нас: