Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль 2020, 17:55

"Иван Грен"да яҡташтарыбыҙ һынатмай

Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә Башҡортостандан моряктар “Иван Грен” хәрби карабында ант ҡабул итте.

Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә Башҡортостандан моряктар “Иван Грен” хәрби карабында ант ҡабул итте.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов етәкселегендәге республика делегацияһы Төньяҡ флоттың баш ҡалаһы Североморскиҙа төбәгебеҙ шефлыҡҡа алған “Иван Грен” карабында Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашты. Делегация составында республиканың “Витязь” диңгеҙ пехотасылары төбәк ижтимағи ойошмаһы рәйесе Олег Ғәлин, “Витязь-Юниор” диңгеҙ пехотасылары хәрби-илһөйәрлек клубы кадеттары Антон Целишев һәм Дмитрий Велижанин булды.
Был көндө “Иван Грен”да килешеү буйынса хеҙмәт итергә ҡарар иткән яҡташтарыбыҙ хәрби ант ҡабул итте. Әйткәндәй, Белорет егеттәре - Максим Исаев, Николай Балаев, Артем Максимов та ошо карап менән ике йылға килешеү төҙөгән ине. Улар ҙа ике йыл дауамында "Иван Грен"да хеҙмәт вахтаһында торасаҡ.
Тантаналы хәрби-диңгеҙ парадынан һуң Ирек Сәғитов ветерандар, карап экипажы һәм Спутник ҡасабаһында хеҙмәт үткән яҡташтарыбыҙ менән осрашты.
– Диңгеҙ пехотаһының 61-се айырым бригадаһында матрос булып ваҡытлыса хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙҙы тап иттек. Улар – Өфөнән Иван Новосёлов, Яңауылдан Андрей Мингараев, Бөрөнән Владислав Грищенко, Бәләбәйҙән Альберт Ғабдулхаков, – тип һөйләне Ирек Сәғитов һәм матростарға яҡшы хеҙмәт итеүҙәрен теләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл 23 февралдә Республика йортонда Башҡортостан “Иван Грен” десант карабына шефлыҡ бәйләнештәрен булдырғайны. Был документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм карап командиры, икенсе ранг капитаны Андрей Жарков ҡул ҡуйғайны.
“Иван Грен” – Рәсәйҙең Төньяҡ флотҡа ҡараған ҙур десант карабы. Ул Ленинградтың диңгеҙ оборонаһы артиллерияһы, СССР Хәрби-диңгеҙ флотының Хәрби әҙерлек идаралығы начальнигы, хәрби ғалим-артиллерист вице-адмирал Иван Иванович Грен исемен йөрөтә. 2018 йылдың 20 июнендә карап флотҡа тапшырылған һәм уның әләме күтәрелгән.
Фото:"Уфавед".
Читайте нас: