«Бөгөнгә беҙ һаҡлыҡ менән генә 15 августа кинотеатрҙарҙы асыу тураһында әйтә алабыҙ. Әгәр республикалағы эпидемиологик хәл мөмкинлек бирһә, 15 августа улар Рәсәй Роспотребнадзор идаралығының методик тәҡдимдәренә ярашлы эшләй башларға тейеш. Кинотеатрҙар өсөн ошондай тәҡдимдәр раҫланды. Беҙ уларҙы үҙебеҙҙәге 47 кинотеатрға еткерҙек , уларҙа бөтәһе 133 зал эшләй. Әлбиттә, улар, тамашасыларыбыҙ кеүек үк, асылыуҙы түҙемһеҙлек менән көтә», — тип хәбәр итте министрлыҡ вәкиле.