Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август 2020, 20:10

Халыҡтың йәшәү сифаты яҡшырасаҡ

2019 йылдың 1 ғинуарынан илдә ҡалдыҡтарҙы йыйыу, уларҙы ҡайтанан эшкәртеү йәки күмеү өлкәһендәге дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла башлағайны.

2019 йылдың 1 ғинуарынан илдә ҡалдыҡтарҙы йыйыу, уларҙы ҡайтанан эшкәртеү йәки күмеү өлкәһендәге дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла башлағайны.
Программа ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендәге “Экология” милли проектына ярашлы барлыҡҡа килде. Был тәғәйенләнмәгән урындарҙағы сүплектәрҙең һәм тулған полигондарҙың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеү өсөн эшләнгәйне.
Хәлде яҡшыртыу йәһәтенән дәүләт ҡалдыҡтарҙы сортировкалау һәм ҡайтанан эшкәртеү өлкәһенә шәхси инвестицияларҙы йәлеп итергә ҡарар иткәйне. Шуға тотош илдә ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм үтилләштереү өсөн төбәк операторҙары селтәрҙәре барлыҡҡа килде. Башҡортостанда ошондай дүрт оператор бар. Уларҙың береһе – “Эко-Сити” компанияһы.
“Үҙебеҙҙең төбәктәге ауыл-ҡалаларҙа "сүп-сар реформаһы"на тиклем ҡалдыҡтар менән эш итеү тигән нәмә бөтөнләй юҡ ине. Шуға барыһын да баштан башларға тура килде, – ти "Эко-Сити" компанияһының башҡарма директоры Артем Кирәев. – Этап башында хеҙмәтләндерелгән биләмәлә ҡалдыҡтарҙы сығарыу һәм үтилләштереү буйынса инфраструктураны ойоштороу өсөн компанияға күп кенә аҡса сарыф итергә тура килде. Шулай итеп, бөгөн "Эко-Сити" үҙенең һәм шулай уҡ бурысҡа алынған бер миллиард һумға яҡын аҡсаны милли проектты тормошҡа ашырыуға йәлеп итте. Уларҙың 840 миллион һумы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортировкалауға һәм күмеүгә тотонолдо. Шулай уҡ сүп-сарҙы сортировкалау һәм шунса уҡ ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу буйынса комплекстар төҙөүгә сарыф ителде. Ә 110 миллион һумға махсуслашҡан техника – автомобилдәр, контейнерҙар һәм башҡалар – һатып алынды”.
Киләсәктә “Эко-Сити” был эшкә 2,5 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп итмәксе. Компания полигондар булмаған райондарҙа сүп-сар бушатыу урындарын ойоштора башлаған да инде. Бөгөн Мәләүез районында полигон тамамланыу өҫтөндә. Бынан тыш, Баймаҡ районында экотехнопарк төҙөү планлаштырыла. Автомобилдәр паркы ла хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙе яҡшыртыу өсөн киңәйтеләсәк. Артем Кирәев белдереүенсә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһының барлыҡҡа килеүе “Экология” милли проектын бойомға ашырыу ғына түгел, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ла булышлыҡ итәсәк.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:"Моложедная газета"
Читайте нас: