Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август 2020, 20:55

Йылытыу миҙгеленә әҙер!

Ҡышҡа 1,5 мең ҡаҙанлыҡ һәм 4 мең саҡрым йылылыҡ селтәре әҙерләнәсәк. Был турала оператив кәңәшмә ваҡытында вице-премьер – торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.

Ҡышҡа 1,5 мең ҡаҙанлыҡ һәм 4 мең саҡрым йылылыҡ селтәре әҙерләнәсәк. Был турала оператив кәңәшмә ваҡытында вице-премьер – торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.
Эштәр барышында 140 саҡрым йылылыҡ һәм 228 километр һыу үткәргес селтәре алмаштырыласаҡ. Был күрһәткестәр былтырғы менән тиң. Ҡышҡа әҙерлектең дөйөм суммаһы 5,38 миллиард һум тәшкил итәсәк. Ведомство муниципалитеттарҙағы хужалыҡтарға планлы тикшереүҙәргә сығып тора.
Борис Беляев белдереүенсә, әлеге темптарға ҡарап ышаныс менән шуны әйтергә була: 15 сентярбгә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексы ҡышҡы осорға әҙер буласаҡ.
1 июлгә ҡарата торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының энергия ресурстары өсөн бурысы 5,67 миллиард һум тәшкил итә. Былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, ул 2,5 миллиард һумға кәмерәк. Бының сәбәбе: йылылыҡ өсөн тик һыуыҡ ваҡытта ғына түләүгә күсеү, шулай уҡ ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән халыҡтың тура килешеүҙәр системаһын индереү.
– Беҙ йылдар буйы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында йыйылған бик ҡатмарлы проблемаларҙы һүтәбеҙ, шул иҫәптән финансҡа бәйлеләрен дә, - тине Радий Хәбиров. – Эшегеҙ өсөн рәхмәт, уның арҡаһында бурыстар кәметелде.
Башҡортостан Башлығы коммуналь хеҙмәттәргә оператив рәүештә халыҡҡа йылы биреүгә әҙер булырға ҡушты. Яңы йылытыу миҙгелен башлау ҡарары һауа торошона ҡарап ҡабул ителәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: