Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2020, 11:30

1 сентябрь балалар мәктәпкә барырмы?

3 августа хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров 1 сентябргә әҙерлек тураһында хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, уҡыу йылы традицион форматта башланасаҡ. Әммә коронавирус таралмаһын өсөн мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мөһим.“1 сентябрҙә мәктәптәр, балалар баҡсалары асыла һәм бик күп балалар был учреждениеларға барасаҡ. Уҡытыусылар эшкә киләсәк. Бында ғәҙәти булмаған һәм үҙен аҡлаусы алымдар тураһында уйларға кәрәк. Сөнки, тағы бер тапҡыр әйтәм, әгәр беҙ хәҙер мәктәптәрҙе асһаҡ, аҙаҡ сир таралһа һәм мәктәптәрҙе кире ябырға тура килһә - бына шуныһы ныҡ үкенесле буласаҡ. Шуға беҙ быға ентекле әҙерләнергә тейеш. Эш күләме ныҡ ҙур”, - тине етәксе.Алдағы аҙнала уҡыу процесын ойоштороу буйынса һөйләшеү буласаҡ, шулай уҡ мәктәптәр өсөн һаҡланыу сараларын әҙерләү һәм һатып алыу мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Читайте нас: