Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2020, 12:00

Файҙалы кәңәштәр

► Йәшелсә ашына лавр япрағы, ҡара борос һәм башҡа төнәтмәләр һалмағыҙ. Иң яҡшыһы - йәшел үлән. Ул файҙалыраҡ та, тәмлерәк тә.

► Ризыҡ турай торған таҡталарҙы һеркә һалынған һыу менән таҙартып тороғоҙ. Аҙыҡ-түлекте таҙа таҡтала эшкәртегеҙ.► Салаттарға үҫемлек майын тоҙ, һеркә һәм боростан һуң ғына һалығыҙ. Онотмағыҙ: тоҙ майҙа эремәй.► Ҡайнар компотты тиҙерәк һыуытырға теләһәгеҙ, кәстрүле менән һалҡын һыу һалынған ҙурыраҡ кәстрүлгә ултыртығыҙ.► Ҡарабойҙай бутҡаһы тәмле булһын өсөн уның һыуы ярманан ике тапҡыр күберәк булырға тейеш. Кәстрүлдең ҡапҡасын ҡаплағыҙ. Бутҡаны башта тиҙ утта, шунан һүрән утта бешерергә кәрәк.► Балыҡ бешергәндә тәмһеҙ еҫ сыҡмаһын өсөн янына петрушка, сельдерей һалырға кәрәк. Шулай уҡ башлы һуған да булыша.► Вағыраҡ макаронды бешеп сыҡҡансы ҡайнатмағыҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡас, макаронды һалып бутағыҙ ҙа газды һүндереп, кәстрүл ҡапҡасын ҡаплағыҙ. 10 минуттан әҙер була.
Читайте нас: