Һөт кухняһының файҙалы продукттарының яңы линияһы йогурттары көндәлек рационды төрләндерергә мөмкинлек бирәсәк.Республиканың «Һөт кухняһы» учреждениеһы сығарған продукция төрҙәрен киңәйтте. Хәҙер 3,2 процент майлылығы булған эсергә яраҡлы йогурт ассортименты алма-груша һәм персик тәме менән дә етештереләсәк, был көн һайын рационды төрләндерергә мөмкинлек бирәсәк.Продукттың төп компоненттары араһында нормалләштерелгән һөт, тәбиғи еләк-емеш, шулай уҡ урындағы етештереүселәрҙән йогурт әсеткеһе бар. Шуға ла ата-әсәләр уның сифатына ышана ала.Бынан тыш, ул А (60,0 мг), Е (0,65 мг), В (0,14 мг), D (1,55 мг), аҡһым һәм аминокислоталарға бай, улар иммун системаһын үҫтереү һәм нығытыу өсөн кәрәкле. Составы файҙалы булғанға күрә әлеге продукт 8 айҙан алып өс йәшкә тиклем балаларҙы туҡландырыу өсөн тәҡдим ителә.Рәсәй күргәҙмәләрендә бер нисә тапҡыр тәҡдим ителгән йогурт һөнәри берләшмәлә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «Агрокомплекс-2020» XXX Бөтә Рәсәй юбилей күргәҙмәһендә ул «Һөт продукцияһы, шул иҫәптән консерва һәм туңдырма» номинацияһында алтын миҙалға лайыҡ булды.Алма-груша һәм персик тәме булган йогурттарҙы барлыҡ һөт кухняһының фирма таратыу пункттарында һатып алырға мөмкин, ә ике аҙнанан һуң яңы продукт Башҡортостандың сауҙа селтәрҙәренә сығарыласаҡ.