Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2020, 19:21

Эҫе көндәр бөттөмө?

Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, алдағы аҙнала республика территорияһында һалҡынса булмаҡсы.

Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, алдағы аҙнала республика территорияһында һалҡынса булмаҡсы.
Ямғырҙар, ҡойма ямғырҙар, йәшен, айырым райондарҙа боҙ яуыуы ла фаразлана. Шаршамбыға, 12 авгусҡа ҡояш сығыр тип көтөлә, әммә яуым-төшөм ихтималлығы һаҡланасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +18 ... +22 градус йылы буласаҡ, төндә +10 градусҡа тиклем төшәсәк тип фаразлайҙар белгестәр. Шундай ук һауа торошо 17-23 август аҙнаһында ла һаҡланасаҡ.Һауа температураһы 20 августҡа күтәрелә башлаясаҡ. +24 градус йылы булмаҡсы, тиҙәр синоптиктар. Ҡыҫҡа ваҡытлы ҡойма ямғырлы, август аҙағының климатик нормаларына тура килгән һауа торошо көтөлә.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: