Тейешле үҙгәреш РФ Хеҙмәт кодексына индерелгән. Закон 11 августан үҙ көсөнә инә. "Ҡырҡ йәшкә еткән хеҙмәткәрҙәр диспансеризация үтеү өсөн, йылына бер тапҡыр эштән азат ителергә мөмкин, шул уҡ ваҡытта, уларҙың башҡарған вазифаһы һәм уртаса хезмәт хаҡы һаҡланасаҡ", тип яҙылған документта.Ул көндө медицина тикшереүен үтеп йөрөүен хезмәткәрҙәр табиптарҙан алған белешмә менән раҫлай ала. Бының өсөн эштә ғариза яҙырға һәм көнөн эш биреүсе менән бергәләп килешергә кәрәк, тип хәбәр ителә. Хөкүмәт бындай ял көнөн биреү тураһындағы төҙәтмәне февраль айында уҡ хуплаған ине.