Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2020, 01:35

“Ҡуштау буйынса иртәгә һөйләшә башлайбыҙ”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡуштауға барып, әүҙемселәр менән осрашты һәм ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек ҡарар тапмай тороп, тауға бер кем дә теймәйәсәк тине.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡуштауға барып, әүҙемселәр менән осрашты һәм ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек ҡарар тапмай тороп, тауға бер кем дә теймәйәсәк тине.
Ҡулға алынған протеста ҡатнашыусыларға туҡталып, Башҡортостан Башлығы улар буйынса ҡарар закон сиктәрендә ҡабул ителәсәк тине.
– Ҡулға алынған кешеләрҙе беҙ сығарырға тырышасаҡбыҙ. Унда әүҙемселәрҙе генә түгел, ә “БСК”ны яҡлап сығыш яһағандарҙы ла ҡулға алдылар. Барыһы ла законға ярашлы буласаҡ. Мин быны ныҡлы вәғәҙә итәм, – тине Радий Хәбиров. – Мәғлүмәт сәйәсәте буйынса. Мин һәр ваҡыт экстремизм һәм ваххабизмға ҡаршы булдым. Был минең шәхси ҡарашым. Вәғәҙә итәм, бынан ары бер кем дә айышына төшөнмәй тормай, бөтәһен дә экстремистарға тиңләмәйәсәк. Тик һеҙҙең дә туҡтауығыҙҙы һорайым.
Башҡортостан Башлығы әүҙемселәрҙең Ҡуштау буйынса Координация советы булдырыу тураһындағы тәҡдимен ҡабул итте һәм хәрәкәт лидерҙарын иртәгә үк уның беренсе ултырышына килергә саҡырҙы.
– Беҙҙең бөтәбеҙгә лә туҡтарға кәрәк. Һеҙҙең миңә, минең һеҙгә һорауҙарыбыҙ бик күп. Иң әүҙемдәрегеҙҙе беҙҙең менән һөйләшеү өҫтәле артына ултырырға саҡырам. Бер үтенес бар: үҙ-ара хәл итеп башлыҡтар һайлағыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Иртәгә һөйләшербеҙ. Беҙ бик ентекләп был хәлде тикшерергә әҙер.
Башҡортостан Башлығы менән осрашыу һөҙөмтәһендә әүҙемселәр менән был стихиялы митингты туҡтатыу тураһындағы уртаҡ фекергә киленде. Әүҙемселәр ҡайтыша башланы.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: