Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәр сәхифәләрендә хәбәр итеүенсә, яңы уҡыу йылы мәктәп парталары артында башлана. Әммә коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау ѳсѳн дѳйѳм белем биреү учреждениеларында мѳһим саралар күреләсәк.
Белем кѳнѳ уңайынан I, IX, XI класс уҡыусылары ѳсѳн ойошторолған тантаналы линейкалар һәр параллель ѳсѳн тѳрлѳ ваҡытта уҙа. II-VIII һәм X кластар иһә 1 сентябрҙе дистанцион форматта түбәндәгесә ҡаршылаясаҡ:
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән “Асыҡ дәрес” (10.00 сәғәттә);
- Бѳйѳк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған Бѳтѳн Рәсәй асыҡ онлайн-дәресе;
- уҡыусылар һәм класс етәксеһе ҡатнашлығында онлайн-класс сәғәте.
Быйылғы уҡыу йылында мәктәптә кабинет системаһы булдырыла - физкультура, физика, химия, информатика һәм технологиянан тыш барлыҡ дәрестәр бер кабинетта ғына үтәсәк. Дәрес ваҡыты 5 минутҡа ҡыҫҡартыла.
Һәр иртә һайын мәктәп ишеге янында барыһының да тән температураһын үлсәү, хәл-торошон билдәләү зарур. Мәктәп автобустарында йѳрѳүсе уҡыусылар ѳсѳн был процедура транспортҡа инер алдынан башҡарыла. Дѳйѳм белем биреү учреждениеһында эшләүселәрҙең тән температураһы кѳнѳнә ике тапҡыр - мәктәп бинаһына инер алдынан һәм кѳн уртаһында үлсәнә. Ѳлкәндәр мотлаҡ рәүештә битлектә йѳрѳргә тейеш.
Мәктәптә тѳп ишектәрҙән тыш, эвакуация урындары ла асыҡ торасаҡ. Мәҫәлән, үҙәк ишек I-V кластар ѳсѳн ҡулланылһа, запас ишектәр - VI-XI класс уҡыусылары ѳсѳн. Бинаға ингән урында антисептик шыйыҡса менән дозаторҙар ҡуйыла.
Кабинеттар һәм коридорҙар график буйынса елләтелеп һәм дезинфекцияланып торасаҡ. Ашхана, спорт залы, коридорҙар һауа рециркуляторҙары менән тәьмин ителергә тейеш. Социаль дистанциялар ҙа күҙ уңында тотола.
Мәктәп хеҙмәткәрҙәре атай-әсәйҙәр менән бары тик телефон бәйләнеше, видеоконференция һәм башҡа дистанцион формалар ярҙамында ғына аралаша ала.
Шулай итеп, COVID-19 инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ ѳсѳн, мәктәп тупһаһын ашатлағанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмау зарур:
2. “Ҡулдарҙы даими рәүештә антисептик сара менән эшкәрт”;
4. “Ауырыҡһынып торғанда, ѳйҙә ҡал”.
Сикләүҙәрҙең үтәлеше махсус мединспекторҙар тарафынан тикшерелә. Быға Башҡорт дәүләт медицина университетының һәм республиканың һигеҙ медицина колледжының ѳлкән курс студентары йәлеп ителә.