Республиканың Мәҙәниәт министрлығы ҡарары менән 1 сентябрҙән кинотеатрҙар ҙа эш башлаясаҡ. Әммә коронавирус инфекцияһы таралмаһын ѳсѳн уларҙың барыһы ла санитар нормаларҙы теүәл үтәргә тейеш. Хеҙмәткәрҙәр һәм кино ҡарарға килеүселәр мотлаҡ битлек тағырға, үҙ-ара 1,5 метр дистанция һаҡларға бурыслы. Залдарҙы елләтеү һәм дезинфекциялау ѳсѳн сеанстар араһында кәмендә 30 минутлыҡ тәнәфес иғлан ителәсәк.