Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге шәхси һәм эшлекле сифаттары, сәләмәтлеге, физик әҙерлеге йәһәтенән хеҙмәт бурысын үтәй алырлыҡ тулы урта белемле, Рәсәй Ҡораллы кѳстәрендә хеҙмәт иткән, хѳкѳмгә тарттырылмаған 18-35 йәшлек граждандарҙы эске эштәр органдарына хеҙмәткә саҡыра. Юғары юридик белемле кандидаттар тәү сиратта ҡараласаҡ.
Федераль ҡануниәткә ярашлы, хеҙмәткә алынғандар түбәндәге социаль гарантиялар менән тәьмин ителә: тотороҡло, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, йыллыҡ түләүле отпуск һәм ѳҫтәмә ял, ғүмерҙе һәм сәләмәтлекте страховкалау, Рәсәй Эске эштәр министрлығының ведомство учреждениеларында түләүһеҙ медицина һәм шифахана-курорт хеҙмәтләндереүе, бушлай юридик белем алыу мѳмкинлеге, торлаҡты ҡуртымға алған ѳсѳн аҡсалата компенсация. Хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары Рәсәй биләмәһендә урынлашҡан ял урынына барып ҡайтыу ѳсѳн сарыф иткән юл сығымдарын да кире ҡайтара ала. Бынан тыш, 10 йыл хеҙмәт стажы булған тәртип һаҡсылары йорт һатып алыу йә тѳҙѳү ѳсѳн бер тапҡыр түләнә торған социаль ярҙамға хоҡуҡлы. Хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына йәшәү урыны буйынса дѳйѳм белем биреү һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан урын бүленә (льготалы сират).
Эшкә урынлашырға теләүселәргә Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 6, 604-се кабинетҡа мѳрәжәғәт итергә. Һорауҙар ѳсѳн телефон: 8(34792)5-70-26.
Белорет районы буйынса эске эштәр бүлеге.