Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2020, 15:10

"Сәләмәт республика - сәләмәт тѳбәк" акцияһы старт ала

Ауыл халҡын медицина ярҙамы менән тәьмин итеү, йәғни сирҙәрҙе мөмкин тиклем алдан асыҡлау, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология ауырыуҙарын профилактикалау маҡсатында, 24 августан 10 ноябргә тиклем “Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы үтә.

Алты автопоезд Ѳфѳ, Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет маршруттары буйынса республиканың торама пункттарына юл ала.
Акцияла Һаулыҡ үҙәктәре, күсмә фельдшер-акушер пункттары, күсмә флюорографтар һәм маммографтар ҡатнаша. Бынан тыш, изге ғәмәлгә республиканың медицина учреждениелары белгестәре, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең, Республика стоматология поликлиникаһының күсмә диагноз ҡуйыу комплекстары ла ҡушыласаҡ.
Табип-белегестәр составына терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог, балалар һаулығы буйынса белгестәр һәм башҡалар инә.
Республиканың бер районы ла акциянан ситтә тороп ҡалмаясаҡ. Сара барышында ауыл халҡы консультация алыу, медицина тикшереүе үтеү, беренсел ярҙам алыу мѳмкинлегенә эйә.
Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау ѳсѳн күсмә бригада эше санитар-эпидемиологик режимға ярашлы ойоштороласаҡ.
Фото: kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас: