Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2020, 12:55

Ҡағыла - күсмә кәңәшмә

21 август көнө райондың ауыл хакимиәттәре башлыҡтары сираттағы күсмә кәңәшмәгә йыйылды. Андрей Иванюта тәҡдиме менән ҡайтанан ойошторола башлаған йәнле семинар был юлы Ҡағы ауыл Советында уҙҙы.

21 август көнө райондың ауыл хакимиәттәре башлыҡтары сираттағы күсмә кәңәшмәгә йыйылды. Андрей Иванюта тәҡдиме менән ҡайтанан ойошторола башлаған йәнле семинар был юлы Ҡағы ауыл Советында уҙҙы.
Ағиҙел һәм Ҡағы йылғалары араһында ултырған ғәжәп матур тәбиғәтле, бай тарихлы Ҡағы ауылы элек-электән туристар өсөн ожмахҡа тиң ер. Әле булһа боронғолоҡ ипкене аңҡып торған, үҙенсәлекле һөйләше, ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихи ҡомартҡылары һаҡланған тѳйәк бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ҡағы ауыл хакимиәте башлығы Юрий Платонов та килгән ҡунаҡтарҙы иң тәүҙә атайсалының иҫтәлекле урындары менән таныштырҙы.
Тарихы менән XIX быуатҡа барып тоташҡан боронғо утар нигеҙендә асылған “Тәңре” турбазаһы директоры Александр Гончаров менән осрашып, ял йорто территорияһын ҡыҙырып сыҡҡандан һуң, һәммәһе лә ауылдың ҡап уртаһынан ҡалҡҡан Плешинка тауына юлланды. Барса ер ус төбөндәгеләй күренеп торған түбәлә Юрий Иванович коллегаларына Ҡағының үткәне, бөгөнгөһө, тарихи ваҡиғалары, билдәле шәхестәре тураһында һөйләне.
Был тарафтарға килеүселәрҙең иғтибарын әллә ҡайҙан уҡ йәлеп иткән Изге Никола храмына сәйәхәт тә ғәжәп мауыҡтырғыс ине. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ Ҡағы урта мәктәбендә булып, уның территорияһындағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә веноктар һалды. Әйткәндәй, ауыл халҡы был стеланы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы сиктәрендә уҙған йылда төҙөкләндереүгә ирешкән.
Китаптарға ғына түгел, тарихи әһәмиәтле экспозицияларға бай ауыл модель китапханаһына, мәҙәниәт усағына ҡылынған экскурсиялар ҙа матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Район хакимиәте башлығы тарафынан алып барылған пленар өлөштә иһә төп иғтибар Ҡағы ауыл Советына ҡағылышлы сетерекле мәсьәләләргә йүнәлтелде. Ауылда кадрҙарҙың етешмәүе айырыуса бәкәлгә һуға, тип билдәләне Юрий Платонов. Шулай уҡ йорттарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу һәм сүп-сар майҙансыҡтары йәһәтенән байтаҡ һорауҙар яңғыраны. Проблемалар менән бер рәттән яуланған ҡаҙаныштар, халыҡ мәнфәғәте ѳсѳн эшләнгән эштәр ҙә һыҙыҡ ѳҫтѳнә алынды.
Рәсми өлөштән һуң барыһы ла “Сажелка” изге сығанағының сихәтле һыуын тәмләп, ҡайтыр юлға сыҡты.
Читайте нас: