Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2020, 12:30

Фатир асҡыстары тапшырылды

Ангелина Һәҙиәтова һәм Дарья Филиппова өсөн уҙған йома ысын мәғәнәһендә иң бәхетле көндәрҙең береһе булғандыр. Етем балалар категорияһына ҡараған, тиҫтә йылға яҡын үҙ мөйөшөнә сират көткән ҡыҙҙар, ниһайәт, фатир асҡыстарын алып ҡыуанды.

Ангелина Һәҙиәтова һәм Дарья Филиппова өсөн уҙған йома ысын мәғәнәһендә иң бәхетле көндәрҙең береһе булғандыр. Етем балалар категорияһына ҡараған, тиҫтә йылға яҡын үҙ мөйөшөнә сират көткән ҡыҙҙар, ниһайәт, фатир асҡыстарын алып ҡыуанды.
Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта торлаҡлы булған йәштәрҙең һөйөнөсөн уртаҡлашып, асҡыс менән бергә атайҙарса изге фатихаһын да тапшырҙы:
- Атай-әсәйһеҙ буй еткергән балаларҙы фатирлы итеү - дәүләттең иң мөһим һәм зарури бурыстарының береһе. Ниндәй генә ауыр мәлдәр килеп тыумаһын, Хөкүмәт етемдәрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Торлаҡлы булыу, тимәк, киләсәккә ҡыйыу пландар ҡороу, уй-хыялдарҙы ғәмәлгә ашырыу, тигән һүҙ. Бынан ары үҙегеҙгә тәғәйен фатирҙарҙы йәнләндереп, йәмләндереп, бәхетле тормош көтөргә яҙһын, - тине башлыҡ хәстәрлек менән.
Яңы кейәүгә сыҡҡан Ангелина ла, бер үҙе улы Тимофейҙы тәрбиәләгән Дарья ла Твердышев урамының 36-сы йортондағы фатирҙары менән үтә ҡәнәғәт. Иркен, яҡты, бөтөн уңайлыҡтары булған торлаҡтарға бөгөндән үк күсеп сығырға мөмкин.
- Фатирға сиратҡа 2013 йылдан бирле торҙом. Ете йыл тигәндә, ниһайәт, иң ҙур хыялым ғәмәлләште. Тормош иптәшем менән ҡайҙа нимә эшләргә планлаштырып та ҡуйҙыҡ. Йорт урынлашҡан микрорайондың тыныс булыуына, тәҙрәбеҙҙән тау-урмандар күренеше асылыуына сикһеҙ һөйөнәм, - ти Ангелина шатлыҡ хистәренә тулышып.
Әйткәндәй, 2020 йылда район хакимиәте тарафынан етем балалар категорияһына ҡараған граждандар өсөн 17 фатир алыу планға ингән. Бөгөнгө көндә шуларҙың икәүһе һатып алынған. Әле иһә йәнә 208 үкһеҙ етем фатирға үҙ сиратын көтә.
Читайте нас: