Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2020, 15:45

Сирләүселәр ҡайһы райондарҙа асыҡланған?

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 33 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 7567-гә етте. Һауыҡҡандар – 6740 (һуңғы тәүлектә ете кеше өҫтәлгән).

Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 28. Республика стационарҙарында – 77 (шул иҫәптән ете кеше ауыр хәлдә, уларҙың берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 722 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 749002 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 5490.
Пневмония менән һуңғы тәүлектә 53 кеше ауырыуы асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 38 кеше дауахананан сығарылған. Сирләүселәр һаны буйынса алдынғылар рәтендә Өфө һәм Нефтекама ҡалалары, Бәләбәй районы һәм ҡалаһы.
Һуңғы тәүлектә асыҡланғандарға килгәндә, уларҙың 16-һы – Өфөнән. Белорет, Күгәрсен райондарында – өсәр, Ишембай, Өфө, Яңауыл райондарында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында – икешәр, Асҡын, Баҡалы, Иглин райондарында берешәр коронавирус менән сирләгән кеше асыҡланған.
Фото: chr.rbc.ru
Читайте нас: