Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2020, 12:20

Вакцинация - нәтижәле ысул

Республика балаларҙы иммунизациялау йәһәтенән 160 мең доза күләмендә грипҡа ҡаршы вакцина менән тәьмин ителә. Тѳбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Ирина Кононова хәбәр итеүенсә, балаларҙы вакцинациялау 25 августан башлана.

Республика балаларҙы иммунизациялау йәһәтенән 160 мең доза күләмендә грипҡа ҡаршы вакцина менән тәьмин ителә. Тѳбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Ирина Кононова хәбәр итеүенсә, балаларҙы вакцинациялау 25 августан башлана. Белем биреү учреждениелары һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, 60 йәштән ѳлкән граждандар, студенттар, әрме хеҙмәте йәшенә еткән үҫмерҙәр, социаль тәьминәт ѳлкәһендә эшләүселәр ҙә бюджет иҫәбенә прививка яһатасаҡ.
Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала йыл һайын 600 меңдән 1 миллионғаса киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп осрағы теркәлә. Уҙған йылда был йоғошло сир менән йәмғеһе 270 мең кеше ауырыған, шуларҙың 175 меңе - балалар. Вакцинация - грипты иҫкәртеүсе иң нәтижәле сара булып иҫәпләнә.
Фото: lekoboz.ru
Читайте нас в