Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2020, 16:45

Бурыслыларға компенсация түләнмәй

Башҡортостанда бөгөн 664 мең кеше льготалы категорияға инә. Сентябрь айынан уларға торлаҡ коммуналь хужалығы өсөн компенсация яңы тәртип буйынса түләнә башлай.

Башҡортостанда бөгөн 664 мең кеше льготалы категорияға инә. Сентябрь айынан уларға торлаҡ коммуналь хужалығы өсөн компенсация яңы тәртип буйынса түләнә башлай.
Бынан ары компенсация льгота алыусыларҙың ғәмәлдәге сығымдарынан сығып түләнә. Уның күләме льгота алыусыларҙың категорияһын, торлаҡ майҙанын, ғаилә һанын, фатирҙың уңайлыҡтарын иҫәпкә аласаҡ.
Башҡортостан хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыс йыйған кешеләргә компенсация түләнмәй. Шуға күрә бурысты ике ай дауамында ҡаплау йә иһә ресурстар тәьмин итеүсе ойошмалар менән түләп бөтөү хаҡында килешеү төҙөү зарур.
Компенсациянан тыш, льгота категорияһына инмәгән кешеләр ҙә субсидия менән файҙалана ала.
Әгәр ҙә ғаиләнең йә иһә яңғыҙ кешеләрҙең коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдары күрһәтелгән нормаларҙан ашып китә икән, улар ҙа субсидияларға дәғүә итә ала. Сумманың күләме төрлөсә. Мәҫәлән, ишле һәм яңғыҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә -13 процент, өлкән йәштәге хаҡлы ялдағыларға -16, 70 йәшкә тиклемгеләргә - 18, ә республиканың башҡа категория граждандарына- 20 процент тирәһендә билдәләнгән.
Фото: ria56.ru
Читайте нас: