Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2020, 15:50

Артур Нәҙерғолов та еңеүселәр араһында

22 августан 29-ына тиклем Владивостокта Алыҫ Көнсығыш федераль университеты базаһында “Көнсығыш” Бөтә Рәсәй йәштәр форумының төп этабы үтте.

22 августан 29-ына тиклем Владивостокта Алыҫ Көнсығыш федераль университеты базаһында “Көнсығыш” Бөтә Рәсәй йәштәр форумының төп этабы үтте.
Быйыл сара ике форматта уҙғарылды: 3-17 августа – онлайн форум, ә 22 августан Дөйөм Рәсәй рейтинг системаһы буйынса иң күп балл йыйғандар офлайн этапҡа йыйылды.
Форум барышында “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” грант конкурсы ойошторолдо. Унда йәштәр эксперттарға үҙҙәренең социаль әһәмиәтле проекттарын тәҡдим итеп, эште тормошҡа ашырыу өсөн 1,5 миллион һумлыҡ грант отоу мөмкинлегенә эйә булды. Был - шәхси үҫеш, төбәктәрҙе социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү маҡсатына ла йүнәлтелгән өҫтәмә ярҙам.
Йәмғеһе 87 тәҡдим булып, шуларҙың 64-е яҡлауға индерелде. Рәсәй йәштәре башланғыстары өсөн грант конкурсы һөҙөмтәләре буйынса, илдең алты субъектынан 18 кеше еңеүсе тип билдәләнде, биреләсәк дөйөм сумма - 10 696 000 һум. Араларында Башҡортостан вәкиле лә бар. Ул - Артур Нәҙерғолов - эксперттарға “Ҡыҙҙар ҙа хоккей уйнай!” тигән проектын тәҡдим иткәйне.
Форумды ойоштороусылар – Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Приморск крайы хөкүмәте, “Йәш белгестәргә ярҙам үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы. Сара Рәсәй Президентының Алыҫ Көнсығыштағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Көнсығыш иҡтисад форумы, “Росконгресс” фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: