Башҡортостан дәүләт медицина университеты майҙансығында республика Башлығы Радий Хәбиров “медицина инспекторҙары” сифатында мәктәптәрҙә практика үтәсәк студенттар менән осрашты.
Уларҙың эщмәкәрлегенең маҡсаты – мәктәптәрҙә уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында йоғошло ауырыуҙар, шул иҫәптән коронавирус сире таралыуын иҫкәртеү, уҡыу йорттарында профилактика сараларының үтәлешенә контроль. БДМУ-ның медицина-профилактика, дауалау һәм педиатрия факультеттарындағы өлкән курс студенттары, шулай уҡ 50 ординатор мәктәптәргә юллана.
Радий Хәбиров йәштәрҙе яңы уҡыу йылы менән ҡотланы, уларға ҙур бурыс йөкмәтелеүен – йөҙҙәрсә мең кеше яҙмышының ышанып тапшырылыуын телгә алды. Студенттар менән осрашыуҙа төбәк етәксеһе “медицина инспекторҙары”ның һорауҙарына яуап бирҙе. Буласаҡ табиптар баш ҡаланың Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге яңыртылған дөйөм ятаҡ өсөн республика Башлығына рәхмәт әйтте.
БДМУ-ға сәфәр барышында Радий Хәбировты университеттың матди-техник базаһын яңыртыу, уҡыу йорто компетенцияларын арттырыу проекттары менән таныштырҙылар. Уларҙың береһе – мәғариф учреждениеһына ингән ерҙә температураға контроль комплексы. БДМУ ректоры Валентин Павлов әйтеүенсә, ул корпустарға ингән студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың һаулығын йылдам күҙәтеү мөмкинлеген бирәсәк. Бында республика Башлығы шулай уҡ күкрәк ситлеген компрессиялау системаһын ҡарап сыҡты. Был ҡулайлама ашығыс ярҙам күрһәткәндә ҡан әйләнешенең тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә булышлыҡ ҡыла.
Радий Хәбиров БДМУ-ның реконструкция барған 8-се уҡыу корпусында булды. Эш тамамланғас, бында Һанлы медицина институты урынлашасаҡ.