Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2020, 13:35

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәгә йыйылды

Август - уҙған ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһау, алдағыһына пландар ҡороу ѳсѳн иң ҡулай мәл. Яңы ижад миҙгелен асыр алдынан ҡаланың балалар музыка мәктәбендә үткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһе лә тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотто. Сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин һәм кәңәшмәгә саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

Август - уҙған ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһау, алдағыһына пландар ҡороу ѳсѳн иң ҡулай мәл. Яңы ижад миҙгелен асыр алдынан ҡаланың балалар музыка мәктәбендә үткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһе лә тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотто. Сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин һәм кәңәшмәгә саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Пандемия арҡаһында мәҙәни тормош та бихисап үҙгәрештәр кисерҙе: халыҡ күпләп йөрөгән мәҙәниәт учреждениелары ябылып, бөтөн саралар виртуаль киңлектә ойошторолдо.
- COVID-19 вирусына бәйле киҫкен ваҡытта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә буш торманы - дистанцион форматта әүҙем эш алып барҙы. Иҙел башы халҡына бай йөкмәткеле онлайн-концерттар, акциялар, оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы флешмобтар, конкурстар, онлайн-күргәҙмәләр, ижад кухнялары, архивтағы видеояҙмалар күрһәтелде. Бѳйѳк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған саралар ҙа онлайн рәүештә үтте. Райондың һәр ветераны ѳсѳн бына тигән Еңеү парадтары ойошторолдо. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төҙөгән ирекмәндәр тѳркѳмѳ лә әүҙем эше менән айырылып торҙо.
Мәҙәни сайттарҙа, социаль селтәрҙәрҙә, Интернет майҙансыҡтарҙа онлайн-ҡарауҙар бермә-бер артты. Әйткәндәй, “Һанлы мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, 2024 йылға рәсми сайттарға инеүселәр һаны биш тапҡырға күбәйергә тейеш. Был иһә беҙҙән һанлы киңлектә тағы ла әүҙемерәк эшләүҙе талап итә, - тине үҙ сығышында Ирек Рауил улы.
Финанс йәһәттән тотороҡһоҙ осор булыуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт учреждениеларында ремонт эштәре үҙ мәлендә башҡарылған. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы, Инйәр балалар сәнғәте мәктәбе, балалар музыка мәктәбе, Үрге Әүжән мәҙәниәт йорто тѳҙѳкләндерелгән; Сосновка мәҙәниәт йортонда ла ремонт эштәре әүҙем бара. Бынан тыш, Тимер юл, Верхнебельский ауылдары халҡы мәҙәниәт йортло булған.
Үҙ сиратында, Илгиз Сафа улы Теләүбаев районда коронавирусҡа бәйле хәлдәр менән таныштырҙы, яңы уҡыу йылында күрелгән саралар, тѳҙѳкләндереү эштәре, милли проекттарҙың үтәлеше тураһында һѳйләне; 11-13 сентябргә тәғәйенләнгән һайлау йәһәтенән дә мәғлүмәт бирҙе.
Үҙәк китапханалар системаһы директоры Рәшит Мөхәмәҙиев, район мәҙәниәт йорто директоры Әлиә Вәлиева, ҡала Мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Людмила Молоканова, Инйәр балалар сәнғәт мәктәбе директоры Марина Кочеткова ла дистанцион эш осороноң йомғаҡтары менән таныштырҙы, уның ыңғай һәм кире яҡтарын билдәләп үттеләр.
Һәр йылдағыса, сара һуңында иң әүҙем ирекмәндәргә һәм юбилейҙарын билдәләгән мәғариф хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Читайте нас: