Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта Тимер юл ауылында ғүмер итеүсе һуғыш ветераны Василий Меньшиковҡа инвалид коляскаһы тапшырҙы. Тапшырыу тантанаһында Тимер юл ауылы хакимиәте башлығы Олеся Борисенко, ҡаларайон инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ирина Реус, ветерандың туғандары ҡатнашты.
Василий Семенович Үҙән колхозында эшләгәндән һуң, 1944 йылда Совет Армияһы сафына алына. 19 йәшлек егет йәш яугир курсы үткәндән һуң, фронтҡа ебәрелә. Василий Семенович 38-се армияның пехота ғәскәренә эләгә. Яугир Монголияны, япондарҙың миллионлаған ғәскәре торған Маньчжурияла Ҙур һәм Бәләкәй Хинганды азат итеүҙә ҡатнаша. Артабан 1-се Байкал аръяғы фронты составында япондарға ҡаршы һуғыш. 1946 йылда Германияға, танк часына ебәрелә. 1951 йылға тиклем хеҙмәт итә, кесе сержант дәрәжәһендә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ветерандың күкрәген төрлө дәрәжә миҙалдар биҙәй.
- Ҡала-район инвалидтар ойошмаһының Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, II төркөм инвалидтары менән эшләгәнен күптәр белә. Үҙҙәренә кәрәкмәгән йөрөү средстволарын кешеләр ойошмаға тапшыра. Ә ойошма иһә, үҙ нәүбәтендә, төрлө коляскаларҙы мохтаждарға бүләк итә. Был практиканы беҙ күптән ҡулланабыҙ. Процедура оҙаҡ һәм оҙон булһа ла, һәр мөрәжәғәт итеүсенең һорауын ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Василий Семенович ойошмаға коляска һорап мөрәжәғәт итте, теләге тормошҡа ашты ветерандың. Хәҙер ул туғандарының ярҙамынан тыш, коляска менән тышта ла йөрөй ала, - тине инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ирина Александровна.