-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2020, 12:10

Йыһан мониторингы республика урмандарын законһыҙ ҡырҡыуҙы өстән бер өлөшкә кәметергә мөмкинлек бирҙе

Башҡортостан биләмәһендәге урмандарҙа законһыҙ ҡырҡыу күләме кәмей. Әйтәйек, быйыл 8 айҙа законһыҙ әҙерләнгән ағас күләме 4,4 мең кубометр тәшкил иткән, был 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға аҙыраҡ.

«Ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелде, тәү сиратта, урмандарҙы файҙаланыуҙы йыһандан тикшереү арҡаһында, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. — Быйыл мониторинг республиканың 10 урмансылығы биләмәһендә (дөйөм майҙаны – 2,1 миллион гектар) үткәрелә, был урман фонды биләмәһенең 40% тәшкил итә. Мониторинг һөҙөмтәһендә 30% ашыу законһыҙ ҡырҡыу асыҡланды».
Урман ведомствоһы башлығы һүҙҙәренсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү яйға һалынған. Әйтәйек, 2020 йылдың тәүге ярты йыллығында ике оператив-иҫкәртеү операциялары уҙғарылған һәм урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыуҙың 128 осрағы асыҡланған (законһыҙ ҡырҡыуҙың дөйөм һанынан 53%), ә сентябрҙә сиртттағы «Урман» операцияһы планлаштырылған.
Башинформ.