Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 17:35

Башҡортостанда коронавирус йоҡторған 300-ҙән ашыу уҡыусы өйҙән тороп уҡыуға күсте

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы йоҡторған 323 уҡыусы өйҙән тороп уҡыуға күсте. Ишембай, Мәләүез һәм Иглин райондарында COVID-19 менән сирләү осраҡтары теркәлде, тип хәбәр итте мәғариф министры Айбулат Хажин.

«Һәр осраҡ алгоритм буйынса эшләнә. Ике сәғәт эсендә хәбәр Роспотребнадзорҙың территориаль идаралығына һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ебәрелә. Бәйләнештә булған кешеләр, шул иҫәптән уҡытыусы (кәрәк булһа) дистанцион режимға күсә. Мәктәпкәсә учреждениелар менән дә шулай уҡ», — тине Башҡортостандың Мәғариф министрлығы етәксеһе.
Республика башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ул яңы уҡыу йылы башланыу менән уҡыусылар күберәк ауырыр тип көткән. Етәксе фекеренсә, грипҡа ҡаршы вакцинанцияны пропагандалау көсәйтелергә тейеш.
«Беҙҙә күп етәкселәр һәм башлыҡтар сирләй. Берәүһе ауыр хәлдә. Ә был аҙнаны беҙ «көтөлмәгәнсә» үттек», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, республика 2020 йылдың аҙағына тиклем грипҡа ҡаршы вакцина менән тәьмин ителгән.
Башинформ. Фото: 360tv.ru
Читайте нас: