Баш ҡалабыҙ Өфө урамдары буйлап заманса ике ҡатлы экскурсия автобусы йөрөй башлай.
Өфөлә “Карауанһарай” комплексында тантаналы рәүештә ике ҡатлы экскурсия автобусы һәм уның маршруты тәҡдим ителде. Был бүләкте өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына Башҡортостан Республикаһы яһаны.
Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты вәкиле Раил Мөхәмәтйәнов: “Бындай автобусты һатып алыу мәсьәләһе күптән тора ине, сөнки ҡалабыҙҙа туристарға күрһәтерлек, һоҡланып ҡарап йөрөрлөк урындар күп. Сәғәт ярым эсендә автобус 12-15 километр юл уҙа. Бөгөнгө маршрут иҫке Өфө буйлап бара. Экскурсия “Карауанһарай” комплексында башланып, шунда уҡ тамамлана. Ул тарихи урамдар, Ағиҙелдең матур итеп яңыртылған яры буйлап үтәсәк, – тип аңлатып китте. – Экскурсия автобусы өфөләргә лә, туристарға ла оҡшар, тип ышанабыҙ”.
Экскурсия маршрутының тәүге пассажирҙары Өфөнөң почетлы граждандары булды. Артабанғы ике рейс күп балалы ғаиләләр өсөн ойошторолдо.
Маршрут ваҡытында бөтә санитар талаптар ҙа күҙәтелә. Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән профессиональ гидтар таныштырып барыуы был сәйәхәтте онотолмаҫлыҡ итә.
Баш ҡала буйлап экскурсия автобусында социаль рейстар 11 сентябргә тиклем дауам итә. Ул рейстарҙа инвалид балалар, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар, медиктарға коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итеүсе волонтерҙар, шулай уҡ Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар баш ҡалабыҙ гүзәллектәренә экскурсия ҡыласаҡ.
12 сентябрҙән ике ҡатлы автобус Өфө буйлап штат режимында йөрөй башлай. Билетты урында уҡ алырға мөмкин буласаҡ. Автобус “Карауанһарай” янынан ҡуҙғалып, ҡаланың тарихи Ленин, Карл Маркс, Киров, Мәжит Ғафури, Зәки Вәлиди, Туҡай, Совет, Пушкин, Сочи урамдары, Ағиҙел яры буйлап уҙасаҡ.