Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2020, 13:30

Милләт йѳҙѳ - милли кейем

Милли кейем — халыҡтың тотош тарихын, йәшәү рәүешен, фольклорын һәм зауығын сағылдырыусы иң тѳп күрһәткестәрҙең береһе ул. Үкенескә ҡаршы, башҡорт милли костюмы бѳгѳнгѳ кѳндә музейҙарҙа, һандыҡ тѳптәрендә һаҡланған боронғо мираҫ, сәхнә кейеме булараҡ ҡына ҡабул ителә. Тимәк, рухи аң, милли йѳҙ ҙә ниндәйҙер кимәлдә бик аҫтына йәшерелгән. Шулай ҙа ыңғай үҙгәрештәр ҙә юҡ түгел. Дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында, 2019 йылдан бирле тѳбәктә Милли кейем кѳндәре билдәләнә. Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, әлеге сара йылына ике тапҡыр - апрелдең - ѳсѳнсѳ, сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла.

31 август кѳнѳ республика Хѳкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Премьер-министр урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров белдереүенсә, сираттағы Милли кейем кѳнѳ 11 сентябргә тәғәйенләнгән. Әйткәндәй, вице-премьер йыйылышта милли кейемдә һәм башҡорт телендә сығыш яһаны.
“Милли кейем кѳнѳн үткәреүҙең тѳп маҡсаты - милли ғәҙәттәрҙе һаҡлау, милли костюмға ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм ошо йәһәттән белемде арттырыу. Был кѳндә республика халҡына милли костюм элементтарын эшлекле һәм кѳндәлек кейемдә, эштә һәм уҡыуҙа ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең дә үҙ тамырҙарына ихтирамлы ҡараш һәм эшлекле этник һыҙат ѳлгѳһѳ күрһәтеренә ышанам”, - тине сығышында Фәнүр Мѳхәрәм улы. Үҙ сиратында, Радий Хәбиров, милли кейем кѳнѳн мәҙәни һәм ял сараһы булараҡ ҡабул итмәйек, тип билдәләне.
Коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, апрель айында Милли кейем кѳнѳ тик онлайн режимда ойошторолғайны. 11 сентябрҙә лә сараларҙың бер ѳлѳшѳ Интернет селтәре платформаларында үтә. Онлайн формат иһә был мѳһим ваҡиғаға республика халҡын ғына түгел, яҡташтарыбыҙ йәшәгән башҡа тѳбәктәрҙе лә йәлеп итеүгә ѳлгәшәсәк.
Сара алдынан тѳбәк муниципалитеттарында һәм ҡала округтарында - милли костюм, кейем элементтары, биҙәүес әйберҙәр йәрминкәләрен, күргәҙмәләр, белем биреү учреждениеларында махсус дәрестәр, класс сәғәттәре, ҡыҙыҡлы акция-флешмобтар үткәреү күҙаллана. Баш ҡалала һәм республика райондарында онлайн режимда оҫталыҡ дәрестәре, кейем дизайнерҙары менән видеоосрашыуҙар, онлайн-күргәҙмәләр, онлайн-дефиле һәм башҡа саралар планлаштырылған. Һәр кем Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы тарафынан социаль селтәрҙәрҙә #МинеңМиллиКостюмым #МиллиКостюм хэштегтары аҫтында ойошторолған акцияларҙа ҡатнаша ала. Милли костюмдағы иң яҡшы һәм сағыу фотолар йыл фотокалендарын биҙәйәсәк.
Милли кейем көнөнә арналған сараларҙы Өфөнөң “Торатау” конгресс-холы янында йомғаҡлау ҡарала. Унда
ҡатнашыусылар күмәкләп әйлән-бәйлән башҡарасаҡ.
Хәйер, һуңғы йылдарҙа тѳбәктә кейемдә милли элементтарҙы ҡулланыу модаға инә башланы. Һаҡал, селтәр тѳшѳрѳлгән футболкалар, ҡусҡарлы галстуктар, баш кейемдәре, күлдәктәр йәштәрҙе лә, урта һәм оло быуын вәкилдәрен дә берҙәй ҡыҙыҡтыра. Республиканың ҡайһы бер мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыусылары бер иштән тегелгән милли биҙәкле
костюмда белем бирә. Һәм был, әйтергә кәрәк, бик матур күренеш. Моғайын да, әлеге тәжрибәне бүтәндәр ҙә дәррәү элеп алыр.
Эйе, дәүерҙәр артылып килгән милли үҙенсәлекте, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, ғѳрѳф-ғәҙәттәрен түкмәй-сәсмәй киләһе быуынға тапшырыу - һәр ҡайһыбыҙҙың иңендә ятҡан оло бурыс. Тик шул саҡта ғына үҙ-үҙебеҙҙе - милли йѳҙѳбѳҙҙѳ, булмышыбыҙҙы һаҡлап ҡала алырбыҙ.
Фотола: 2017 йылда Мәсетле районында уҙған “Берҙәмлек” Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале сиктәрендәге этник костюмдар конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ булған Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Гѳлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле.
Читайте нас: