1 сентябрҙән сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ арта тигәйнек инде. Асыҡланыуынса, был айҙа түләү үҙгәрешһеҙ ҡала. Хөкүмәт вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, сентябрҙә хаҡтар күтәрелгән квитанциялар килмәйәсәк. Республика етәкселеге фекеренсә, был мәсьәләне тәүҙә аҙағына тиклем эшләп еткерергә кәрәк.
Тик төбәк операторҙарының береһе – “Экосити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – властың һуңғы ҡарар ҡабул иткәнен көтөп тә тормай ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу өсөн күтәрелгән хаҡты ҡуя ла башлаған. Әле “дөрөҫ булмаған” квитанцияларҙы компания кире ҡайтарта.
7 сентябрҙә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә яңы хаҡтар әйтелде: Өфөләге “САХ” муниципаль предприятиеһы күп фатирлы йорттар өсөн бер кешенән 75 һум һәм шәхси йорттар өсөн 76 һум хаҡ билдәләгән, "Дюртюлимелиоводстрой" – күп фатирлы йорттар өсөн 96 һәм шәхси йорттарға 77 һум, “Экосити” – күп фатирлы йорттарға 94 һәм һәм шәхси йорттар өсөн 96 һум, “Экология Т” – күп фатирлы йортта йәшәгәндәргә 95 һум һәм шәхси йортта йәшәгәндәр өсөн 96 һум.
"Билдәләнгән ошо хаҡтар сик булып тора, һәм әлегә халыҡҡа был квитанцияларҙы ебәрмәй торалар, – тине Борис Беляев. – Радий Фәрит улы фекеренсә, тәүҙә төбәктә сүп-сар реформаһы торошон яҡшыртырға кәрәк".
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хәлде анализларға һәм тәҡдимдәр индерергә ҡушылды. Яңы хаҡтар буйынса һуңғы ҡарар 14 сентябрҙә Хөкүмәттә үтәсәк кәңәшмәлә билдәләнергә тейеш.