Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 14:55

11 сентябрҙән алдан тауыш бирергә мөмкин

Билдәле булыуынса, 13 сентябрҙә төрлө кимәлдәге депутаттар һайлау көнө билдәләнгән.

Билдәле булыуынса, 13 сентябрҙә төрлө кимәлдәге депутаттар һайлау көнө билдәләнгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин граждандарҙың һаулығын һаҡлау буйынса хәстәрлек күрергә ҡушты һәм 11-12 сентябрҙә һайлау участкаларында, йорт алды биләмәләрендә һәм өйҙә алдан тауыш биреү мөмкинлеге тураһында ҡарар ҡабул итте.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ла республика парламентына депутаттар һайлауҙың алдан тауыш биреү мөмкинлеген белдерә.
28 территориаль һайлау комиссиялары ла алдан тауыш биреү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Республика халҡы 11 сентябрҙән алдан тауыш бирә ала. Гражданлыҡ бурыстарын һайлау участкаларында ла, өйҙәрендә лә үтәү мөмкинлеге бар. Өйҙән тауыш биреүҙе ойоштороу өсөн участка комиссияһына алдан ғариза бирергә кәрәк.
Шулай уҡ тауыш биреү өсөн бинаһы, транспорты булмаған тораҡ пунктта ла тауыш биреү мөмкинлектәре ҡаралған.
11 һәм 12 сентябрҙә урындағы ваҡыт менән иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем тауыш бирергә мөмкин.
Читайте нас: