Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 13:25

Дөрөҫ туҡланыу тәүге планда

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә башланғыс класс уҡыусыларын түләүһеҙ ҡайнар аш менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылғайны. Дәүләт етәксеһенең йөкләмәһен үтәү маҡсатында Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә республика менюһының өс вариантын әҙерләне. Улар тейешле органдарҙа тикшереү һәм килешеү үтте.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә башланғыс класс уҡыусыларын түләүһеҙ ҡайнар аш менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылғайны. Дәүләт етәксеһенең йөкләмәһен үтәү маҡсатында Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә республика менюһының өс вариантын әҙерләне. Улар тейешле органдарҙа тикшереү һәм килешеү үтте.
Ҡала округы һәм район хакимиәттәре үҙҙәренең төбәгенә яраған менюларҙы һайлап алды. Федераль законға ярашлы, был варианттар рәсми сайттарға ҡуйыла һәм ата-әсәләр улар менән таныша ала.
Башҡортостанда федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһы иҫәбенә I-IV класс уҡыусылары һәм ишле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән V-XI класс уҡыусылары - бер тапҡыр бушлай ҡайнар аш, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балалар ике тапҡыр бушлай аш менән тәьмин ителә.
Республиканың 9 муниципаль берәмеге менюның беренсе вариантын, 27 район - икенсе һәм 27-һе өсөнсө вариантын һайлаған. Башҡортостандың иң ҙур районы һаналған Белорет муниципаль үҙидаралығы менюның беренсе вариантына өҫтөнлөк бирҙе. Яңы уҡыу йылынан район-ҡаланың 5848 башланғыс класс уҡыусыһы һайланған вариант буйынса туҡлана башланы ла инде. Шулай уҡ күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән - 1897, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән - 721, дүрт тиҫтәнән ашыу инвалид бала (үткән йылғы һан буйынса), аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән 357 бала өсөн туҡланыу бушлай. Һуңғылары өсөн бер көнлөк туҡланыу 18 һумға төшәсәк, аҡса урындағы ҡаҙнанан алына.
Ә ниңә менюның тәүге төрө һуң? Ул башҡаларынан нимәһе менән айырыла? Район мәғариф идаралығының баш технологы Светлана Ишмырҙина белдереүенсә, бында иң тәүҙә уҡыусыларҙың сәләмәтлеге иҫәпкә алынған.
- Менюны һайлағанда район үҙенсәлектәрен, балаларҙың күпселек өлөшө ашҡаҙан, бөйән ауыртыуына зарланыуын күҙ уңында тотоп беренсе вариантта туҡталдыҡ. Иң тәүҙә, уларҙың сәләмәтлектәрен ҡайғыртып, дөрөҫ туҡланыуҙы һайланыҡ. Был меню төрөндә бутҡалар өҫтөнләк итә. Әлбиттә, рацион тик еңел аҙыҡтан ғына тормаясаҡ. Төрлө ит ризыҡтары ла индерелгән, йәшелсә, еләк-емеш тә ҡаралған. Иртәнге аш еңел ашамлыҡтан, ҡайнар ризыҡтан һәм ҡайнар эсемлектән, төшкө аш еңел ашамлыҡ, беренсе, икенсе (төп ҡайнар ризыҡ - ит, балыҡ йәки ҡош ите) һәм татлы ризыҡ, витаминлы эсемлектәрҙән торасаҡ. Санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә ярашлы, көн режимын иҫәпкә алып, беренсе сменала белем алған һәр бала иртәнге, ә икенсе сменала уҡығандар төшкө аш менән тәьмин ителергә тейеш, - тине Светлана Александровна.
Ҡайһы бер ата-әсәләр мәктәптә түләүһеҙ туҡландырыу насар кимәлдә ойошторолған тип иҫәпләй. Борсоған һорауҙар менән республика Мәғариф һәм фән министрлығына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белешмә өсөн телефон һандары:(347)292-11-52. Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтыратырға мөмкин, тәнәфес - көндөҙгө 1-ҙән 2-гә тиклем.
Читайте нас: