Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2020, 14:10

Берҙәм һайлау көнө

Бөгөн иртәнге 7-нән Башҡортостанда 3011 һайлау участкаһы ишеген асты. Һайлаусылар исемлегенә 2294480 кеше индерелгән.

Бөгөн иртәнге 7-нән Башҡортостанда 3011 һайлау участкаһы ишеген асты. Һайлаусылар исемлегенә 2294480 кеше индерелгән.
Берҙәм һайлау көнөндә республика биләмәһендә 200 һайлау кампанияһы үтә, шул иҫәптән:
– VI саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 35-се Металлургтар һәм 14-се Новиков һайлау округтары буйынса ике депутат өсөн тауыш биреү;
– урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына.
Урындағы һайлауҙа 1753 мандат өсөн тауыш бирәсәктәр, уларҙың яртыһынан күберәге – 903 мандат муниципаль район Советы депутаттарын, шулай уҡ 157-еһе ҡала Советы депутаттарын һайлауға тура килә.
Төрлө кимәлдәге һайлауҙа ҡатнашырға 4799 кеше кандидатураһын тәҡдим итһә, уларҙың 4355-е теркәлгән. 883 кеше үҙ-үҙен тәҡдим иткән, был теркәлгән кандидаттарҙың 20 процентын тәшкил итә. Ҡалған кандидаттар - партия вәкилдәре: “Берҙәм Рәсәй” – 1768, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” – 438, “Рәсәй патриоттары” – 422, ЛДПР – 387, “Ғәҙел Рәсәй” – 258, “Рәсәйҙең” Йәшелдәр” экологик партияһы” – 81, “Үҫеш партияһы” – 40, “Рәсәй пенсионерҙарының социаль ғәҙеллек өсөн партияһы” – 32, “Граждандар Платформаһы” – 31, “Яблоко” – 15.
Һайлау участкалары урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем эшләй.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас: