Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2020, 16:45

Берештамаҡтар ҙа әүҙемлек күрһәтә

Һәр ваҡыттағыса, Инйәр төбәге халҡы ла һайлау кампанияларына етди ҡарай һәм унда әүҙем ҡатнаша. Был юлы ла традицияларға тоғро ҡалып, Берештамаҡтағы 1313-сө һайлау участкаһына ауылдаштар иртәнге сәғәттәрҙә үк килеп, лайыҡлы тип тапҡан кандидаттарына үҙ тауышын бирҙе.

1313-сө һайлау участкаһына ике ауыл – Берештамаҡ һәм Береш ҡарай, унда 381 һайлаусы иҫәпләнә. Шуларҙың 3-өһө быйыл беренсе тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәй. Һайлау участкаһы рәйесе Вадим Ғиззәтуллин әйтеүенсә, ауылдаштар алдан тауыш биреү мөмкинлеген дә файҙаланған. Әлеге сәғәттәрҙә һайлаусының 30 проценттан ашыуы үҙ бурысын үтәгән дә инде. Халыҡтың күпләп төшкө сәғәттәрҙә килеүе көтөлә, ти участка рәйесе. Шулай уҡ, ғариза яҙыусыларҙың, ауырыу сәбәпле һайлауға килә алмаусыларҙың йорттарына барып тауыш бирҙертелә.
Читайте нас: