Әзекәй ауыл хакимиәтенә ҡараған 1311-се Боғанаҡ һайлау участкаһында йәмғеһе 555 кеше теркәлгән. Әлеге мәлдә 200 кеше үҙ тауышын биргән.
- Тауыш биреү сағыштырмаса әүҙем бара. Өйҙән тороп һайлаусылар ҙа байтаҡ. Иң мөһиме, коронавирустан һаҡланыу саралары теүәл үтәлә: һайлаусылар бер тапҡыр ҡулланыла торған бирсәткә-битлек, авторучка менән тәьмин ителә, - ти һайлау участкаһы рәйесе Людмила Николаевна Ватагина.
Берҙәм тауыш биреү көнөндә Боғанаҡ халҡы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға, район Советына, урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар һайлай.
Фотола: ауылдың хөрмәтле кешеләре - Нәсимә Шәһимырҙа ҡыҙы менән Зөлфәр Рыҫйән улы Ғәйфуллиндар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәүгә һәр саҡ яуаплы ҡарай.