Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2020, 15:35

Гражданлыҡ бурысын теүәл үтәйек!

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы бинаһында урынлашҡан 1352-се һанлы һайлау участкаһы 11 сентябрҙән бирле әүҙем эшләй.- Шығай ауылында йәмғеһе 571 кеше теркәлгән, бынан тыш, новобельскиҙар ҙа был участкала һайлай. Әлеге мәлдә 183 кеше үҙенең гражданлыҡ позицияһын белдергән. Тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр ҙә юҡ түгел, уларға иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән, - ти һайлау комиссияһы рәйесе Айгизә Марат ҡыҙы Әбҡәдирова.

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы бинаһында урынлашҡан 1352-се һанлы һайлау участкаһы 11 сентябрҙән бирле әүҙем эшләй.
- Шығай ауылында йәмғеһе 571 кеше теркәлгән, бынан тыш, новобельскиҙар ҙа был участкала һайлай. Әлеге мәлдә 183 кеше үҙенең гражданлыҡ позицияһын белдергән. Тәүге тапҡыр тауыш биреүселәр ҙә юҡ түгел, уларға иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән, - ти һайлау комиссияһы рәйесе Айгизә Марат ҡыҙы Әбҡәдирова.
Район Советына һәм урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына депутаттар һайлауға ололар ҙа, йәштәр ҙә яуаплы ҡарай.
- Бер һайлауҙан да тороп ҡалғаным юҡ. Гражданлыҡ бурысын һәр кем теүәл үтәргә тейеш, тип иҫәпләйем. Иң мөһиме, донъялар имен, тыныс торһон, беҙ ышаныс белдергән депутаттар халыҡ мәнфәғәте өсөн тырышып эшләһен, - ти Шығай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Эльвира Сабит ҡыҙы Сәйәхова.
Дәртле йыр-моңдар яңғырап торған һайлау участкаһында хәүефһеҙлек сараларына ла етди иғтибар бүленә - комиссия ағзалары һәр тауыш биреүсенең тән температураһын үлсәп, ҡулдарын дезинфекциялаусы шыйыҡса менән эшкәрттереп, бер тапҡыр ҡулланыла торған битлек, бирсәткәләр, авторучка тәҡдим итә.
Ауыл клубы майҙансығы алдында ойошторолған көҙгө муллыҡ байрамы - “Сөмбөлә”, йырлы-моңло күстәнәстәр, йәрминкә Берҙәм тауыш биреү көнөн бермә-бер йәмләп ебәрҙе.
Читайте нас: