Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2020, 11:50

Һорауҙарығыҙ булһа, "Ҡыҙыу линия"ға шылтыратығыҙ!

13 сентябрь Берҙәм һайлау көнөндә граждандарға мәғлүмәт биреү һәм сара барышын контролдә тотоу маҡсатында, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында “ҡыҙыу линия” эшләй.

13 сентябрь Берҙәм һайлау көнөндә граждандарға мәғлүмәт биреү һәм сара барышын контролдә тотоу маҡсатында, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында “ҡыҙыу линия” эшләй.
Шылтыратыуҙар 8 (347) 280-95-06, 8 (347) 280-96-34 телефондары буйынса ҡабул ителә. 13 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем, ә 14-15 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Әлеге мәлдә “ҡыҙыу линия”ға 219 шылтыратыу булған. Тауыш биреү тәртибе буйынса – 110, участка һайлау комиссияһының урынлашҡан урынына бәйле – 48, һайлау кампанияһы төрҙәре тураһында – 10, һайлау комиссияһы эше графигы хаҡында – 25, һайлау комиссияһы ағзаларының хоҡуҡи статусы йәһәтенән – 13, күҙәтеүсенең хоҡуҡи статусына ҡағылышлы 9 мөрәжәғәт булған.
Барлыҡ мөрәжәғәттәргә республика Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш биреү хоҡуғы булған ағзалары һәм Аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.
Фото: yeshlek.rbsmi.ru
Читайте нас: