Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2020, 22:15

Республика райондары халҡының 55 проценты һайлаған

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһының оператив мәғлүмәттәре буйынса, киске сәғәт 6-ға ҡарата 1 017 647 граждан тауыш биреүҙә ҡатнашҡан, был 44,35 процентын тәшкил итә.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһының оператив мәғлүмәттәре буйынса, киске сәғәт 6-ға ҡарата 1 017 647 граждан тауыш биреүҙә ҡатнашҡан, был 44,35 процентын тәшкил итә.
Ә бына 2016 йылдың 18 сентябрендә уҙған урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына һайлау барышында ошо ваҡытҡа – 62 процент, ә 2018 йылдағы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа граждандарҙың 40,24 проценты тауыш биргән булған.
Киске сәғәт 6-ға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, ҡала округтарында халыҡтың – 27,25, муниципаль райондарҙа 55 проценты һайлауҙа ҡатнашҡан. Тәүгеләре араһында Сибай алда – 54,42 процент. Райондар араһында иһә Благовар алға сыҡты – 75,80 процент, Тәтешле – 74,87 процент, Шаран – 70,19 процент.
VI саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ике округ буйынса өҫтәмә һайлауҙа “Мобиль һайлаусы” системаһын файҙаланып, 80 кеше тауыш биргән, был иһә тапшырылған ғаризаларҙың 63,49 процентын тәшкил итә.
Республиканың 32 округында муниципаль берәмектәрҙәге вәкәләтле органдарға вәкилдәр һайлауында берәр мандатҡа тауыш биреү бара. Сарала ҡатнашҡан граждандарҙың 50 процент тауышын йыйғанда ғына кандидат үтте тип иҫәпләнәсәк. Шундай шарттарҙағы һайлау Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мишкә, Тәтешле, Өфө, Учалы, Шишмә райондарында һәм Салауат ҡалаһында бара.
Читайте нас: