Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 12:15

COVID-19 һәм пневмония йоҡтороусыларҙың үҫеше тотороҡло ҡала

Башҡортостанда COVID-19 һәм пневмония йоҡтороусыларҙың үҫеше тотороҡло ҡала – көн һайын 30-ға яҡын йәки унан күберәк.

Башҡортостанда COVID-19 һәм пневмония йоҡтороусыларҙың үҫеше тотороҡло ҡала – көн һайын 30-ға яҡын йәки унан күберәк.
Һуңғы тәүлектә республикала яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыуҙың 30 осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 32 сирле – стационарҙа (икәүһе ауыр хәлдә), 494-е амбулатор шарттарҙа дауалана.
Тәүлек эсендә 52 пациент һауыҡҡан, пандемия башланғандан алып 7 666 кеше дауахананан сығарылған. Коронавирустан вафат булыуҙың яңы осраҡтары теркәлмәгән. Мәрхүмдәр – 31 кеше.
Уҙған тәүлектә республикала дауахананан тыш пневмония сирләүселәр тағы 86 кешегә артҡан. Үпкә шешеүҙән яфаланған 58 пациент һауығып сыҡҡан.
Башинформ.
Читайте нас: