Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 12:35

"Кешеләрҙең ярҙамына мохтажбыҙ"

“Өфө хосписы”нда дауаланыусы 17 балаға ярҙам итергә мөмкин. Араларында сирҙәре дауаланмай торғандары, төрлө генетик ауырыуҙарҙан яфаланғандары ла бар.

“Өфө хосписы”нда дауаланыусы 17 балаға ярҙам итергә мөмкин. Араларында сирҙәре дауаланмай торғандары, төрлө генетик ауырыуҙарҙан яфаланғандары ла бар.
"Беҙҙең бөгөнгө маҡсат – стационарҙы төҙөү менән бер рәттән паллиатив ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеү. Уларҙың яҡындары көнкүрештә лә күп ауырлыҡтар менән осраша. Мәҫәлән, баланы йыуындырғанда ла һау кешенең башына инмәгән төрлө нескәлектәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Хәрәкәт мөмкинлеге сикле ваҡытта, сараһыҙҙан был хаҡта уйлана башлайһың. Бер ғаиләлә әсәй һәм өс инвалид бала бар. Уларҙан тыш, ауырыуҙың тән ауырлығы ҡараусыһынан юғарыраҡ булған хәлдәр осрай. Был ғаиләләрҙең көнкүрешен йыуындырыу өсөн махсуслаштырылған шезлонгтар, креслолар күпкә еңелләштерер ине. Уларҙы йыуыныу бүлмәһендә, йәки мунсала ҡулланыуы ҡыйын түгел. Ярҙам ҡулы һуҙған осраҡта, һеҙ ауырыу балаға ла, уны ҡараған кешеләргә лә оло ярҙам күрһәтер инегеҙ", - ти ойошманың белгесе Светлана Ниғмәтуллина.
Белгестең һүҙҙәрен өс инвалид бала тәрбиәләгән Оксана Дәүләтова ла ҡеүәтләй. Уның 14 йәшлек улы Кирилл һәм 4 йәшлек Марк - хоспис тәрбиәләнеүселәре.
"Балаларҙы йыуындырыу ыҙаға әйләнмәһен өсөн беҙҙең ғаиләгә 82 215 мең һум аҡса кәрәк. Битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамына мохтажбыҙ", - ти әсә.
Әлеге мәлдә хоспистағы 17 балаға 582 472 мең һум аҡса кәрәк. Аҡса күсереү өсөн хоспистың сайтына инергә кәрәк: https://ufahospice.ru/how-to-help/
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мөһим объектты 2,37 гектар майҙандағы участкала төҙөйәсәктәр. Ул баш ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, “Мега” сауҙа үҙәге артында, урынлашҡан. Хоспистың маҡсаты – оло һәм кесе йәштәге дауалап булмаған сирлеләргә паллиатив ярҙам күрһәтеү.
Проект буйынса Өфө хосписы өс корпустан торасаҡ: бәләкәй һәм оло йәштәге сирлеләр өсөн бүлексәләр, хакимиәт-медицина блогы. Объект 60 урынлыҡ, шул иҫәптән оло йәштәгеләр өсөн – 40, кесе йәштәге пациенттар өсөн 20 урын ҡаралған. Һәр блокта ял урындарын булдырыу планлаштырыла. Балалар бүлексәһендә уйын майҙансыҡтары төҙөләсәк. Төҙөлөш 2021 йылдың көҙөндә тамамланырға тейеш.
Фотола Оксана Дәүләтова улдары менән.
Фото: kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас: