Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 12:35

16 сентябрҙә Башҡортостандың бөтә мәктәптәре, балалар баҡсалары һәм дауаханалары йылытыла башланы

Республиканың бөтә мәктәптәренә, балалар баҡсаларына һәм дауаханаларына йылы бирелә башланы.

Республиканың бөтә мәктәптәренә, балалар баҡсаларына һәм дауаханаларына йылы бирелә башланы.
Был хаҡта «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Башҡортостандың торлаҡ-комуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов хәбәр итте.
«Республика йылытыу миҙгеленә әҙер. Йылытыу миҙгелен башлау хаҡында ҡарар 15 сентябрҙә ҡабул ителде. Ғәҙәттәгесә, ул балалар баҡсалары, дауаханалар һәм мәктәптәр өсөн башланды. 15 сентябрҙә киске сәғәт 6-ға ошондай объекттарҙың өстән ике өлөшө йылы менән тәьмин ителде. Эш дауам итә. Бөгөн кискә уларҙың барыһына ла йылы бирелер тип иҫәп тотабыҙ», — тип белдерҙе Юрий Палтусов һәм республикала 1,5 меңдән ашыу ҡаҙанлыҡтың ҡышҡа әҙер булыуын өҫтәне.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, һауа шарттарына бәйле Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ғәҙәттәгенән алдараҡ башланды.
Башинформ.
Читайте нас: