Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2020, 15:40

Андрей Назаров – Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөгөн көҙгө сессияның тәүге ултырышында беренсе вице-премьер Андрей Назаровты республика хөкүмәте премьер-министры вазифаһына тәғәйенләүгә ризалыҡ бирҙе.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөгөн көҙгө сессияның тәүге ултырышында беренсе вице-премьер Андрей Назаровты республика хөкүмәте премьер-министры вазифаһына тәғәйенләүгә ризалыҡ бирҙе.
Уның кандидатураһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Назаров республика үҫеше өсөн күпте башҡарҙы, үҙен һөҙөмтәле эшләгән етәксе итеп күрһәтте, тип билдәләне ул.
«Асылда, ул күптән федераль кимәлдәге фигураға әүерелде, беренсе вице-премьер вазифаһында ул ҡатмарлы иҡтисади бурыстарҙы атҡара. Киң мәғлүмәтле булыуы, һөнәри һәм башҡа сифаттары Андрей Геннадьевичҡа ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы башҡарып сығырға мөмкинлек биреренә ышанам. Бөгөн беҙ кадрҙар мәсьәләһен генә хәл итмәйбеҙ, ә республика үҫешен билдәләйбеҙ», — тине Радий Хәбиров.Андрей Назаров депутаттар алдындағы сығышында 2024 йылға тиклемге осорға Башҡортостандың үҫеш программаһы менән таныштырҙы һәм халыҡ һайланыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы бер тауыштан Андрей Назаровты Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһына тәғәйенләүҙе хупланы. Башҡортостан башлығы тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Башинформ. Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас: