Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Пандемия башланғандан алып төбәктә бөтәһе 8 317 сирле асыҡланған.
Хәҙер яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың берәүһе – ауыр хәлдә. Ә 477 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
«Тәүлек эсендә 28 пациент һауыҡҡан, пандемия башланғандан алып йәмғеһе 7 777 кеше дауахананан сығарылған, — тип белдерҙеләр ведомствола. — COVID-19-ҙан вафат булыуҙың яңы осраҡтары теркәлмәгән. Мәрхүмдәр һаны элеккесә 32 кеше тәшкил итә».
Һуңғы тәүлектә 91 кешегә дауахананан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған, 78 пациент һауығып сыҡҡан.